Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 8:10 - Инжил

10 Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 8:10
21 Referencias Cruzadas  

Өсөнсө фәрештә кәсәһен йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде.


Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.


Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре, көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды.


Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.


Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына тыуҙырасаҡ ҡатын янына килеп баҫты.


Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.


Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.


– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап биргән уларға Ғайса. –


Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан.


Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.


Шунан һуң кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн ошо сәғәткә һәм көнгә, айына һәм йылына тиклем әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә азат ителде.


Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс бәлә-ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios