16 Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, эҫелек тә көйҙөрмәҫ.
16 Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ.
ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.
Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.
Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.
Әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ, Әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.
Астарҙы яҡшы нәмәләр менән туйындырҙы, байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе.
Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған.
Ҡояш ҡалҡып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында юҡҡа сығасаҡ.
әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә.
Ә инде ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған.
әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.