Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 7:11 - Инжил

11 Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтөн фәрештәләр ҙә тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтә фәрештәләр, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 7:11
16 Referencias Cruzadas  

егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Тәхет ҡаршыһында кристаллға оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар. Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны.


Шунда үҙ тәхеттәрендә Алла алдында ултырған егерме дүрт аҡһаҡал, йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға табынды һәм


Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра.


Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.


Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә. Мин һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотоусыларҙың хеҙмәттәшемен. Һин Аллаға баш эйергә тейешһең.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та, исемеңде кем данламаҫ? Тик Һин генә изгеһең, бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә Һинең алдыңда табынырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios