10 Улар көслө тауыш менән: – Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә! – тип әйтә ине.
Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә Аллабыҙҙыҡы!
Шунан һуң мин күктән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте, батшалығы һәм Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты, сөнки көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.
Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.
Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге.
Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.
Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.
һәм кешеләрҙең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».
Бәрәс килеп, тәхеттә ултырыусының уң ҡулындағы яҙыу төргәген алды.
Тәхет ҡаршыһында кристаллға оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар. Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны.
Һеҙ – самарияндар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә.
үтеп барған Ғайсаны күреп: – Ҡарағыҙ, ана Алла Бәрәсе, – тине.