Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 7:1 - Инжил

1 Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә тороусы дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 7:1
23 Referencias Cruzadas  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.


Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.


Ул тауыш борғоһо булған алтынсы фәрештәгә: – Бөйөк Ефрат йылғаһы буйында бәйле торған дүрт фәрештәне азат ит, – тине.


– Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.


Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды.


Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: – Бер үлсәм бойҙай өсөн бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә бер көнлөк эш хаҡы. Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә.


Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.


Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән урын менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios