Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 6:4 - Инжил

4 Хәҙер инде икенсе бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Хәҙер инде бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, кешеләр бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 6:4
17 Referencias Cruzadas  

Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны.


Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж.


Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.


Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios