Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 6:10 - Инжил

10 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 6:10
33 Referencias Cruzadas  

Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде һәм үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡыусы кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.


Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үс алыу – Минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы».


Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Был мәлдәр – үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр.


Күк, уның хаҡында шатлан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән яза менән хөкөм итте.


Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны, ерҙәге барлыҡ үлтерелгәндәрҙең ҡаны табылды.


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


яңы килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


– Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.


Израиль халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios