Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 6:1 - Инжил

1 Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарғанын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 6:1
17 Referencias Cruzadas  

Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да яҙылған, ете мисәт һуғылған яҙыу төргәге күрҙем.


Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем. Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны.


Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!


Бәрәс дүртенсе мисәтте ҡуптарып алғас, дүртенсе йән эйәһенең: – Кил! – тигән тауышын ишеттем.


Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.


Шунан һуң күктә Алла Йорто асылды һәм унда килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.


Бәрәс икенсе мисәтте ҡуптарып алғас, икенсе йән эйәһенең: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.


Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.


Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.


Бәрәс етенсе мисәтте ҡуптарып алғас, күктә ярты сәғәт самаһы тынлыҡ урынлашты.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios