Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 5:6 - Инжил

6 Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтә ергә ебәрелгән ете рухы.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 5:6
35 Referencias Cruzadas  

Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


үтеп барған Ғайсаны күреп: – Ҡарағыҙ, ана Алла Бәрәсе, – тине.


Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Хәбәш Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине: «Ул һарыҡ кеүек салырға килтерелде. Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған бәрәс һымаҡ, ауыҙын да асманы.


Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.


Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың даны уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ, һәм Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә саҡырылғандар, һайланып алынғандар һәм тоғролар.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.


Улар ҡаяларға һәм таштарға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ!


Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.


Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңәр тапҡыр меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.


Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы курзем һәм унда булған бөтөн нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


Шул саҡ мин ҡараным да, Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанлығын күрҙем.


Ҡалала мин Алла Йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла Йорто – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios