Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 5:5 - Инжил

5 Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, яҙыу төргәгенең ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 5:5
25 Referencias Cruzadas  

Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә руханиҙар тураһында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.


Ишағыя ла былай ти: «Иессей нәҫеленән Берәү килер һәм халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер. Улар Уға өмөт бағлар».


Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән.


Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.


Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра.


Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: – Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


– Ханым! Ниңә илайһың? – тип һораны. – Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм.


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән.


Ғайса иһә әйләнеп, уларға былай тигән: – Иерусалим ҡатын-ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ.


Бөтөнөһө лә үкһеп илаған. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тигән.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


Яҙыу төргәген асырға һәм эсен ҡарарға лайыҡлы кеше табылмағанға мин бик ныҡ иланым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios