Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 5:11 - Инжил

11 Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңәр тапҡыр меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңдәрсә меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 5:11
18 Referencias Cruzadas  

Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына – күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.


Тәхет ҡаршыһында кристаллға оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар. Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны.


Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра.


Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!


Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтөн фәрештәләр ҙә тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар.


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы.


Енох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында ла пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер.


Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.


Уларҙың атлы ғәскәренең һаны ике йөҙ миллион ине, мин уларҙың иҫәбен ишеттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios