Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 4:5 - Инжил

5 Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 4:5
24 Referencias Cruzadas  

Шунан һуң күктә Алла Йорто асылды һәм унда килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.


Фәрештә, төтәҫләү һауытын алды ла, уға төтәҫләү урынынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.


Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы.


Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә ете йондоҙ һәм Алланың ете Рухы булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле.


Иман тотоусылар араһында ялҡын телдәре һымаҡ телдәр күренде, ул телдәр айырылып, уларҙың һәр ҡайһыһына берәмләп ҡунды.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан.


арыҫландыҡылай көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауыш биреп, һөйләй башланылар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios