Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 4:11 - Инжил

11 – Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 – Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 4:11
31 Referencias Cruzadas  

Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.


күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне булдырған мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.


Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ергә нигеҙ һалдың һәм ҡулдарың күкте булдырҙы.


Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин.


бөтөн нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде.


– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙылар. – Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙҙе был файҙаһыҙ илаһтарығыҙҙан арындырыу, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы һәр нәмәне яратҡан мәңге тере Аллаға табан бороу өсөн беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр тураһында һөйләйбеҙ.


Донъяны һәм уның эсендәге һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше төҙөгән һарайҙарҙа йәшәмәй,


Шулай уҡ: – Мисәттәрен алып яҙыу төргәген асырға кем лайыҡлы? – тип яңғырауыҡлы тауыш менән ҡысҡырған ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне.


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә Аллабыҙҙыҡы!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios