Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 22:5 - Инжил

5 Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 22:5
22 Referencias Cruzadas  

Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Яҡтыртҡыстың яҡтылығы ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, һинең тылсымың менән бөтөн халыҡтар ҙа алданды.


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.


Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар Алланың һәм Мәсихтең руханиҙары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Ул ҡала Алла данынан балҡып тора ине. Уның балҡыуы аҫыл таш һәм кристалл кеүек сағыу йәшмәгә оҡшағайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios