4 Улар Уның йөҙөн күрәсәктәр, һәм Уның исеме уларҙың маңлайҙарында буласаҡ.
Шул саҡ мин ҡараным да, Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанлығын күрҙем.
Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.
Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.
Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.
– Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.
Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге, серле һүрәттәге кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә иһә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулы беләсәкмен.
Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән данлы бөйөклөгөмдө күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.
Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.