Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 22:2 - Инжил

2 Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның теге яҡ ярында ла, был яҡ ярында ла йылына ун ике тапҡыр емеш биреүсе, ай һайын үҙ емешен биреп тороусы тереклек ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның ике ярында ла йылына ун ике тапҡыр, йәғни ай һайын үҙ емешен биреп торған тормош ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 22:2
20 Referencias Cruzadas  

Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тереклек ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр.


Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһы эсендә йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер.


Ун ике ҡапҡа – ун ике ынйы, ҡапҡаларҙың һәр береһе бер ынйынан. Үҙәк урам үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios