Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 21:9 - Инжил

9 Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете туҫтаҡ тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: – Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 21:9
10 Referencias Cruzadas  

Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем.


Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайык. Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө.


Ҡулдарында ете кәсә булған фәрештәләрҙең береһе яныма килде һәм былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,


Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


Фәрештә ҡала диуарын үлсәп сыҡты. Диуар фәрештә ҡулланған кеше үлсәме менән йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт аршин булды.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.


Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios