Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 21:8 - Инжил

8 Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 21:8
39 Referencias Cruzadas  

Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсе икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Намыҫтары ҡыҙған тимер менән һалған тамға кеүек ҡарайған.


– Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә. Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып:


Был кешеләр үлтереү, сихырсылыҡ, фәхешлек, урлашыуҙан тәүбәгә килмәнеләр.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Кем ялғансы? Ул – Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Мәсихтең дошманы шундай. Ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә.


Алла Улына инаныусының күңелендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған.


Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.


Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе Иблис тәьҫире менән килер, ул ҡеүәтле көс, ялған билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтер,


яңы килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.


Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан иһә ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.


Алланың нәфрәт кәсәһендә әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек, ялғанлыҡ ҡылыусылар ҙа инмәйәсәк, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инәсәк.


Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән ул.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios