Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 21:7 - Инжил

7 Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 21:7
26 Referencias Cruzadas  

Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».


Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ.


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсе икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».


Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».


Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:


Тик Мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ.


Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып: – Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары.


Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.


Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит: «Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен; уларҙың Аллаһы буласаҡмын, ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios