Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 21:5 - Инжил

5 Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 21:5
14 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Шул мәлдә үк мине рух солғап алды. Һәм бына мин күктә торған тәхетте һәм тәхеттә Ултырыусыны күрҙем.


Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,


Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.


Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да яҙылған, ете мисәт һуғылған яҙыу төргәге күрҙем.


«Тағы бер тапҡыр» – тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер.


Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тереклек ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр.


Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios