Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 21:4 - Инжил

4 Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 21:4
26 Referencias Cruzadas  

Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр, Алла иһә уларҙың күҙендәге һәр йәш бөртөгөн һөртөр.


Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ.


Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, дингеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине.


Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл.


Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.


Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығасаҡ; күк есемдәре утта иреп тарҡаласаҡ; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк.


был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмаусылар кеүек булһындар. Сөнки был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.


Шуға күрә, «Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ һәм уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ, һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


«Тағы бер тапҡыр» – тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер.


Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios