Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 21:3 - Инжил

3 Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 21:3
29 Referencias Cruzadas  

Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит: «Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен; уларҙың Аллаһы буласаҡмын, ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.


Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.


Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ.


Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.


Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора, көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә. Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуясаҡ.


Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».


Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Шунан һуң мин күктән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте, батшалығы һәм Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты, сөнки көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.


Унан һуң мин күктән ишеткән тауыш миңә тағы былай тип өндәште: – Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған яҙыу төргәген ал.


Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләүен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләүен сер итеп һаҡла һәм яҙма.


Атабыҙ Алла Үҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса һеҙҙең янға барыр юлыбыҙҙы турайтһын.


Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.


Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios