Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 21:21 - Инжил

21 Ун ике ҡапҡа – ун ике ынйы, ҡапҡаларҙың һәр береһе бер ынйынан. Үҙәк урам үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Ун ике ҡапҡа – ун ике ынйы, ҡапҡаларҙың һәр береһе бер ынйынан. Үҙәк урам үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 21:21
10 Referencias Cruzadas  

Уның диуары йәшмәнән төҙөлгәйне, ә ҡала иһә таҙа, үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.


Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхишәлегенең ерәнгес һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны.


Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның теге яҡ ярында ла, был яҡ ярында ла йылына ун ике тапҡыр емеш биреүсе, ай һайын үҙ емешен биреп тороусы тереклек ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн.


Улар: – Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала! Ул нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларға төрөнгән, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәлгән булған.


Тәхет ҡаршыһында кристаллға оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар. Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны.


Миңә һөйләгән фәрештәнең ҡаланы, уның ҡапҡаларын, диуарын үлсәр өсөн алтын үлсәү таяғы бар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios