Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 20:4 - Инжил

4 Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 20:4
40 Referencias Cruzadas  

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.


Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан килтереү урыны аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар Алланың һәм Мәсихтең руханиҙары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.


Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.


Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар.


Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табыныусы, уның исем тамғаһын ҡабул итеүсе һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк.


Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.


Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.


Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү.


Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Аталарҙы һәм балаларҙы татыулаштырыр, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббыға тап килерлек итеп әҙерләр.


Ғайсанан иһә: – Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар.


Ул шунда уҡ башкиҫәргә Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Һаҡсы төрмәгә барып Яхъяның башын киҫте.


Ә Ирод, был һүҙҙәрҙе ишеткәс: – Мин башын киҫтергән Сумдырыусы Яхъя ул! – тине. – Ул үленән терелеп торған.


Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер.


ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер.


Яхъя, Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсих биргән шаһитлыҡ хаҡында – үҙе күргәндәрҙең барыһы тураһында шаһитлыҡ ҡыла.


Еңеүсегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер – уларҙы балсыҡ һауыт ватҡан һымаҡ ватыр. Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.


Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра.


– Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios