Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 2:7 - Инжил

7 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен».

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 2:7
36 Referencias Cruzadas  

Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсе икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».


Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Ҡолаҡтары барҙар – ишетһен!


Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.


Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата, – тине.


Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның теге яҡ ярында ла, был яҡ ярында ла йылына ун ике тапҡыр емеш биреүсе, ай һайын үҙ емешен биреп тороусы тереклек ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн.


Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар.


Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.


Ғайса былай тине: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырған.


Аталар, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып беләһегеҙ. Егеттәр, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ Иблисте еңдегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios