Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 2:21 - Инжил

21 Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 2:21
9 Referencias Cruzadas  

Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә.


ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.


Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.


Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Павел да һеҙгә шулай тип яҙғайны.


Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.


Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Әгәр Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәре»нә ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткән булһа? Быны Ул Үҙенең даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәре»нә Үҙенең данының байлығын асыу өсөн дә эшләне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios