Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 2:13 - Инжил

13 Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 2:13
27 Referencias Cruzadas  

Берәйһе үҙенең яҡындары һәм бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.


Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем.


Бында Алла әмерен үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең түҙемле булыуы кәрәк.


Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.


Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.


Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.


Ғайса Мәсих аша бирелгән мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот.


Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.


Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.


Һиңә табыныусыларҙың бөтөнөһөн бында ла ҡулға алырға уның баш руханиҙарҙан вәкәләте бар, – тип яуапланы Анания.


Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.


Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.


Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ, һәм Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә саҡырылғандар, һайланып алынғандар һәм тоғролар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios