Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 2:1 - Инжил

1 Ефестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Эфестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 2:1
20 Referencias Cruzadas  

Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.


Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткерләнгән ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәтендә балҡып торған ҡояштай.


Лаодикиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:


Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә ете йондоҙ һәм Алланың ете Рухы булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле.


Фиатиралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары ялтырап торған бронза һымаҡ булған Алла Улы былай ти:


Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткерләнгән ҡылысы булған Зат былай ти:


Смирналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти:


Сөнки Минең хаҡҡа икәүләп йәки өсәүләп йыйылһалар, Мин дә улар араһында буласаҡмын.


Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.


Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡтары аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж.


Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Ефесҡа килеп еткәс, Павел юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы.


Улар менән һаубуллашып: – Алла ихтыярында булһа, мин һеҙҙең янығыҙға тағы килермен, – тине. Бынан һуң ул һыу юлы менән Ефестан китте.


Аполлос Коринфта саҡта, Павел илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Ефесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты.


Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит: «Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен; уларҙың Аллаһы буласаҡмын, ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios