Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 19:8 - Инжил

8 Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфис аҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 19:8
21 Referencias Cruzadas  

Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


Тормошоғоҙ менән Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.


кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.


һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәйенсә килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та, исемеңде кем данламаҫ? Тик Һин генә изгеһең, бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә Һинең алдыңда табынырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текәлеп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡтан кейенгән ике ир заты пәйҙә булды.


Был хәлгә аптырашып торған саҡта, ҡапыл улар алдында ялтырап торған кейем кейгән ике ир пәйҙә булған.


Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ.


Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡыны, ә кейеме яҡтылыҡ кеүек ап-аҡ төҫкә инде.


Алла Йортонан ете бәлә-ҡазаһы булған ете фәрештә сыҡты. Улар тап-таҙа ялтырап торған етен кейем кейгән һәм күкрәктәренән алтын билбау ураған.


Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios