7 Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайык. Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө.
7 Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайыҡ. Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө.
Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине.
Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем.
Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.
– Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған.
Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.
Бының сере бөйөк: был һүҙҙәрҙе мин Мәсихкә һәм имандаштар берҙәмлегенә ҡарата әйтәм.
Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.
сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең Башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы.
Хужаһының никах туйынан ҡайтыуын көтөп, ул ҡайтып шаҡыу менән ишек асырға әҙер торған хеҙмәтселәй булығыҙ.
Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.
Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.
Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы.