Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 19:6 - Инжил

6 Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 19:6
25 Referencias Cruzadas  

Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.


Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә Аллабыҙҙыҡы!


Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.


аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙҙырылған ялтырап торған бронза, тауышы – шарлауыҡ шауы.


Ҡалала мин Алла Йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла Йорто – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс.


Шунан һуң мин күктән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Бына Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте, батшалығы һәм Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты, сөнки көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.


Фәрештә, төтәҫләү һауытын алды ла, уға төтәҫләү урынынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.


Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


«Мин – Альфа һәм Омега», – ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе.


Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! – тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios