Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 18:2 - Инжил

2 Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө шаҡшы рух торлағына, төрлө бысраҡ һәм ерәнгес ҡоштар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ялҡынлы фәхешлек шарабын бөтөн халыҡтарға эсерҙе,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе,

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 18:2
26 Referencias Cruzadas  

Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде, сөнки ул бөтөн халыҡтарҙы ла үҙенең ялҡынлы фәхешлегенең шарабын эсергә мәжбүр иткән.


Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Вавилон ҡалаһы шундай көс менән алып ташланасаҡ һәм башҡаса табылмаясаҡ.


Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Вавилон, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр.


Һин күргән ҡатын – ерҙәге батшалар өҫтөнән батшалыҡ итеүсе бөйөк ҡала ул.


Уның маңлайына «Бөйөк Вавилон – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе.


Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем.


Алла Йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән: – Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.


арыҫландыҡылай көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауыш биреп, һөйләй башланылар.


Шулай уҡ: – Мисәттәрен алып яҙыу төргәген асырға кем лайыҡлы? – тип яңғырауыҡлы тауыш менән ҡысҡырған ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем.


аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙҙырылған ялтырап торған бронза, тауышы – шарлауыҡ шауы.


Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios