8 Дүртенсе фәрештә кәсәһен ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде.
8 Дүртенсе фәрештә туҫтағын ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде.
Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан килтереү урынынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: – Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.
Ҡояш ҡараңғылыҡҡа, ә ай ҡанға әйләнер. Һәм дә Раббының көнө – бөйөк һәм шөһрәтле көн килер.
Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған.
Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды.
Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.
Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, эҫелек тә көйҙөрмәҫ.
Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алыуын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек, ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы.
Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының көслө шаулауынан халыҡтар аптыранып ҡалыр һәм өмөтһөҙлөккә бирелер.