Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 16:5 - Инжил

5 Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 16:5
18 Referencias Cruzadas  

былай тине: – Бар, Булған, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һиңә шөкөр итәбеҙ, сөнки Һин Үҙеңдең бөйөк ҡөҙрәтеңде ғәмәлгә ашырҙың һәм батшалыҡ итә башланың.


«Мин – Альфа һәм Омега», – ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе.


Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың.


Мин ҡорбан килтереү урыны яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.)


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Өсөнсө фәрештә кәсәһен йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде.


Ғәҙел Атам! Донъя Һине белмәй, ә Һине Мин беләм һәм улар Мине Һин ебәргәнде белә.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios