4 Өсөнсө фәрештә кәсәһен йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде.
4 Өсөнсө фәрештә туҫтағын йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде.
Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.
Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.
Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.