Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 15:4 - Инжил

4 Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та, исемеңде кем данламаҫ? Тик Һин генә изгеһең, бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә Һинең алдыңда табынырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 15:4
44 Referencias Cruzadas  

Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.


Изге Яҙмала: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», – тип әйтелгән.


Мин ҡорбан килтереү урыны яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Мәсих Алланы шәфҡәтлелеге өсөн башҡа халыҡтар ҙа данлаһын өсөн килде. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Шуға ла Һине бүтән халыҡтар араһында данлармын, Һинең исемеңде маҡтап йырлармын».


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.


Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфис аҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios