Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 14:2 - Инжил

2 Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 14:2
29 Referencias Cruzadas  

Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.


аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙҙырылған ялтырап торған бронза, тауышы – шарлауыҡ шауы.


Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа, һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа ишетелмәҫ инде һиндә. Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә, бер генә һөнәр ҙә булмаҫ, тирмән ташы тауышы ла ишетелмәҫ.


Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо.


Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.


Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғонан сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем.


Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.


Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios