Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 14:1 - Инжил

1 Шул саҡ мин ҡараным да, Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанлығын күрҙем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шунан мин ҡараным да Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанын күрҙем.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 14:1
30 Referencias Cruzadas  

Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер.


Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырасаҡ бер таш һәм улар абынып йығыласаҡ бер ҡая ҡуям. Әммә Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ».


Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны.


Бынан һуң мин күктә Алла Йорто – шаһитлыҡ сатыры асылғанын күрҙем.


Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы.


Улар Уның йөҙөн күрәсәктәр, һәм Уның исеме уларҙың маңлайҙарында буласаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios