Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 13:5 - Инжил

5 Януарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ ҡуйылды. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Януарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ бирелде. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 13:5
17 Referencias Cruzadas  

Ә ҡатын сүллеккә ҡасып йәшеренде. Унда Алла тарафынан урын әҙерләнеп ҡуйылғайны һәм уға мең ике йөҙ алтмыш көн буйы хәстәрлек күрһәтергә тейеш инеләр.


Ҡатынға иһә, уға тип сүллектә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтөн нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла Йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде.


Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.


Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартып, шунан Аллаға ҙур ҡаршылыҡ булмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк.


Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны Үҙенең тыны менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios