Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 13:2 - Инжил

2 Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, ә аяҡтары – айыуҙыҡы, ауыҙы арыҫландыҡы һымаҡ ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 13:2
27 Referencias Cruzadas  

Ул – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла, мең йылға сылбырлап ҡуйҙы.


Һин күргән ун мөгөҙ – ун батша ул. Улар батшалыҡтарын әле алманы. Әммә януар менән бергә бер сәғәткә батшалар дәрәжәһендә хакимлыҡ аласаҡтар.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.


Йылан, ҡатынды һыу ағыҙып алып китһен өсөн, ауыҙынан тотош йылға ағыҙып сығарҙы.


Аждаһа, үҙенең ергә бәреп төшөрөлгәнен күргәс, ир бала тапҡан ҡатынды ҡыуа башланы.


Бишенсе фәрештә кәсәһен януар тәхете өҫтөнә түкте: уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа сумды, кешеләр ғазаптарҙан телдәрен тешләне,


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Ул беренсе януар исеменән уның бар хакимлығында эш итте. Бөтөн ерҙе һәм унда йәшәүселәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios