Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 13:16 - Инжил

16 Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 13:16
26 Referencias Cruzadas  

Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


– Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.


Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтөн иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ.


Тәхеттән былай тип өндәшкән тауыш килде: – Алланың бөтөн ҡолдары, Унан ҡурҡыусылар, ябайҙар һәм бөйөктәр, Аллабыҙҙы маҡтағыҙ!


Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәриҙәрҙең башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде.


Ләкин, Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торҙом, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирҙем. Бары тик пәйғәмбәрҙәр һәм Муса алдан әйткән киләсәктә булаһы хәлдәр тураһында ғына һөйләнем.


Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар.


Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде һәм үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡыусы кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Раббының һәр кемгә – ҡолға ла, ирекле кешегә лә эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер бирәсәген беләһегеҙ.


Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм.


Хәҙер йәһүд менән йәһүд булмаған, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios