Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 13:12 - Инжил

12 Ул беренсе януар исеменән уның бар хакимлығында эш итте. Бөтөн ерҙе һәм унда йәшәүселәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Ул, беренсе януар исеменән уның бөтә хакимиәте менән эш итеп, ерҙе һәм унда йәшәгәндәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 13:12
12 Referencias Cruzadas  

Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табыныусы, уның исем тамғаһын ҡабул итеүсе һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк.


Уларҙың артынан килгән өсөнсө фәрештә көслө тауыш менән былай тине: – Кем януарға һәм уның һынына табына, үҙенең маңлайына йәки ҡулына януар тамғаһы ҡабул итә,


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтөн нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла Йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Беренсе фәрештә барҙы ла кәсәһен ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.


Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios