Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 13:11 - Инжил

11 Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Аҙаҡ мин ерҙән сығып килгән икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 13:11
17 Referencias Cruzadas  

Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем.


Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы.


Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм уның Алла әмерҙәрен үтәүсе, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүсе ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтөн нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла Йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килеүсе януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарында иһә Алланы хурлаусы исемдәр яҙылғайны.


Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios