Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 13:10 - Инжил

10 Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 13:10
29 Referencias Cruzadas  

Бында Алла әмерен үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең түҙемле булыуы кәрәк.


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.


Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.


Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.


Ғайса уға: – Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине.


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.


Һинең эштәреңде лә, мөхәббәтеңде, хеҙмәтеңде, иманыңды һәм сыҙамлылығыңды ла беләм. Һуңғы башҡарған эштәреңдең тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ икәнлеген дә беләм.


Бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр булыуығыҙ өсөн, Уның данының ҡөҙрәте менән нығытылырһығыҙ.


сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.


Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде һәм үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡыусы кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.


Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


Булған һәм хәҙер булмаған януар – ул һигеҙенсе батша. Ул шулай уҡ ете батшаның берәүһе, һәм ул һәләкәткә бара.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios