Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 12:9 - Инжил

9 Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 12:9
68 Referencias Cruzadas  

– Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап биргән уларға Ғайса. –


Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


Күктә һуғыш башланды: Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.


Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән урын менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем.


Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж.


Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.


Фиатирала йәшәгән башҡаларға иһә шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.


Был аптырарлыҡ та түгел, сөнки Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә.


Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Уның ниәттәрен беҙ бит беләбеҙ.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.


– Симон! Симон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны үҙенең хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Шул ваҡытта ун ике шәкерттең береһе Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис ингән.


Юл буйына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә Иблис килеп, улар иманға килеп ҡотолмаһын өсөн, йөрәктәрендәге һүҙҙе алып китә.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.


Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:


Шунан һуң Иблис Уны Иерусалимға – изге ҡалаға алып килеп, Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы


Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе шаҡшы рухтар. Улар бөтөн донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.


Ул беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр иһә үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар шаҡшы рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


Иблис йыйынынан булғандар, үҙҙәрен йәһүд тип атағандар менән – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин уларҙы аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


Хатта баш фәрештә Михаил, Иблис менән Мусаның кәүҙәһе хаҡында бәхәсләшкәндә, Иблисте яла яғыуҙа ғәйепләргә ҡыймай, «Һине Алла шелтәләһен», – тип кенә ҡуя.


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Атабыҙ Әҙәм алданмаған, ә ҡатын, алданып, гонаһҡа төшкән.


Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартып, шунан Аллаға ҙур ҡаршылыҡ булмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.


Именлек Аллаһы Иблисте тиҙҙән аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Әммә Петр: – Анания! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгең менән идара итергә ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –


хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителеүҙә.


Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,


Был ҡатын Ибраһим нәҫеленән бит! Иблис уны ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Бөгөн шәмбе көнө булһа ла, уны әсирлектән азат итергә ярамаймы ни? – тип яуаплаған.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр.


Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө шаҡшы рух торлағына, төрлө бысраҡ һәм ерәнгес ҡоштар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ялҡынлы фәхешлек шарабын бөтөн халыҡтарға эсерҙе,


Яҡтыртҡыстың яҡтылығы ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, һинең тылсымың менән бөтөн халыҡтар ҙа алданды.


Әммә ул еңелде һәм фәрештәләре менән бергә үҙенең күктәге урынын юғалтты.


Шуға күрә, күктәр һәм унда йәшәүселәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, асыуҙан ярһып янығыҙға төштө.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios