Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 12:5 - Инжил

5 Ҡатын бөтөн халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Ҡатын бөтә халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып, Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 12:5
14 Referencias Cruzadas  

Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк.


Ҡатын ғоманлы булып, бала тыуҙырыу ғазаптарынан һәм һыҙланыуҙан ҡысҡыра ине.


Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо.


Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.


Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең иң юғары ҡатына тиклем күтәрелеп алынды.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Аждаһа, үҙенең ергә бәреп төшөрөлгәнен күргәс, ир бала тапҡан ҡатынды ҡыуа башланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios