Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 12:12 - Инжил

12 Шуға күрә, күктәр һәм унда йәшәүселәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, асыуҙан ярһып янығыҙға төштө.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Эй күктәр һәм унда йәшәгәндәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, ҡаты асыу менән ярһып һеҙгә төштө.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 12:12
18 Referencias Cruzadas  

Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән: – Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы.


Күк, уның хаҡында шатлан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән яза менән хөкөм итте.


күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне булдырған мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


Беренсе ҡайғы үтте. Бына уның артынан тағы ике ҡайғы килә.


Һеҙгә шуны әйтәм: Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн шулай уҡ шатланыр.


Икенсе ҡайғы үтте, тиҙҙән өсөнсөһө килер.


Ләкин, ҡәҙерлеләрем, бер нәмә һеҙҙең иғтибарығыҙҙан ситтә тороп ҡалмаһын: Раббы өсөн бер көн мең йылға, мең йыл бер көнгә тиң.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әҙ генә, бөтөнләй әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә ерҙә именлек булһын!


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Ул Алланы хурлаған һүҙҙәр һөйләй башланы, Уның исемен дә, Ул йәшәгән торлаҡты ла, күктә йәшәүселәрҙе лә хурлаған һүҙҙәр әйтте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios