Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 11:9 - Инжил

9 Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, нәҫелдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, ҡәбиләләрҙән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 11:9
14 Referencias Cruzadas  

Фәрештә миңә тағы былай тип һөйләне: – Һин күргән фәхишә ултырған һыуҙар – халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм телдәр.


Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды.


Унан һуң миңә: – Һин күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында тағы пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр.


Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде.


Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.


сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios