Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 11:3 - Инжил

3 Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 11:3
43 Referencias Cruzadas  

Ә ҡатын сүллеккә ҡасып йәшеренде. Унда Алла тарафынан урын әҙерләнеп ҡуйылғайны һәм уға мең ике йөҙ алтмыш көн буйы хәстәрлек күрһәтергә тейеш инеләр.


Әммә Алла Йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.


Януарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ ҡуйылды. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде.


Ул Үҙе менән Галилеянан Иерусалимға килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Һеҙ быларҙың шаһиты.


Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтеүе менән раҫланырға тейеш».


Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары.


Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.


Тыңламаһа инде, «һәр эш ике йәки өс шаһит тарафынан раҫланһын» өсөн, үҙең менән бер йәки ике кешене алып бар.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.


Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.


– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде шырт кейемдәр кейеп, баштарына көл һибеп тәүбә итерҙәр ине.


Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр шырт кейемдәр кейеп һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбә итерҙәр ине.


Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios