Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 11:12 - Инжил

12 Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 11:12
21 Referencias Cruzadas  

Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Шунан һуң беҙ, бында иҫән ҡалғандар, һауала Раббыны ҡаршылау өсөн, улар менән бергә болоттарҙа һауаға алынасаҡбыҙ һәм Раббы менән һәр ваҡыт бергә буласаҡбыҙ.


Ҡатын бөтөн халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараған һәм алыҫта Ибраһимды, ә уның эргәһендә Лазарҙы күргән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios